Яҙғы саҡырылыштан беренсе эшелон Рәсәй армияһы сафына хәрби бурысын үтәргә юлланды

Башҡортостан егеттәре Көнсығыш хәрби округында пехота, ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан егеттәрен хәрби хеҙмәткә тантаналы шарттарҙа тынлы оркестр оҙатты.

Ил һаҡларға юлланыусылар поезға ултырыр алдынан КОВИД -19-ға ҡаршы тейешле медицина тикшеренеүе үткән, һәр береһенә ҡоро паек, гигиена кәрәк-яраҡтары тапшырылған.