Республика Хәрби дан музейында йәш армеецтарҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Республика Хәрби дан музейында патриотик йүнәлештә эш башҡарып яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән йәш армеецтар бүләкләнде. «Хәтер һәм ҡайғы көнө» уңайынан ойошторолған сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 29 бала билдәләнде. Илһөйәр ҡыҙҙар һәм егеттәргә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡаһарманлыҡ значоктары тапшырҙы. «Хәтер һәм ҡайғы көнө»ндә ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышына арналған фильм ҡарап, Хәрби дан музейы күргәҙмәһе менән танышты.

Башҡортостанда йәш армеецтар хәрәкәте йылдам үҫешә - 30 меңләп бала был хәрәкәт сиктәрендә йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡара. Бүләкләнгән балалар федераль кимәлдә һынау үтеп ҡаһарманлыҡ значоктарын алыуға иреште. Улар мемориал комплекстарҙы тәртиптә тотоуҙа, почетлы ҡарауылдарҙы ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтте.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры