Русса-башҡортса һүҙлек, ҡулланма әсбаптар, зиһенде үҫтереүсе уйындар һәм башҡа саралар - барыһы башҡорт телен һанлаштырыуҙы, һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Заманса ҡушымталар дәрестәрҙә генә түгел, көнүҙәк тормошта ла уңайлы ярҙамсы булмаҡсы. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Һүҙ генә гел, һүҙбәйләнеш һәм текстар. Электрон ҡулланма төрлө тел берәмектәрен тәржемә итә ала. Руссанан-башҡортсаға һәм киреһенсә. Һуңғы яңыртыуҙарҙан һуң, сайт һөйләү телмәрен дә таный башлаған.
Тәржемә ҡушымтаһы Башҡортостандан тыш төбәктәрҙә лә әүҙем ҡулланыла. Уға төрлө гаджеттарҙан да тоташырға була, тик интернет ҡына кәрәк. Әлегә портал тик әҙәби тексты ғына ҡабул итә. Киләсәктә ҡушымтаны диалект һүҙҙәрен танырлыҡ итеп камиллаштырыу күҙаллана.
Рәми Ғариповҡа арналған сайт - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының сираттағы проекты. Был шағир тураһындағы тәүге уникаль портал. Сайтҡа башҡорт әҙәбиәте классигының 6 китабы ингән. Уның автобиографияһы күсермәләре, замандаштары хәтирәләре менән танышырға, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңларға була. Киләсәктә «Шағир көндәлеге» тулы метражлы фильмын индереү ниәтләнә. Сайтты әҙерләгән саҡта мөхәррирҙәр йәмәғәтселеккә аҙ билдәле мәғлүмәткә тап булған.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды телебеҙҙе һанлаштырыу буйынса күләмле эш алып бара. Интерактив ҡушымталар традицион дәрестәрҙе үҙенсәлекле итергә ярҙам итә. Улар ярҙамында телебеҙҙе өйрәнергә теләүселәр артырына ышаныс тағы ла көсәйә.
Рәзилә Ғиниәтуллина