Республиканың төп театр сәхнәһе ижадсылары ҡомарын БЮТ ижади төркөмө барланы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
103-сө ижад миҙгелен ябыу тантанаһы тамашасыларға театрҙың моңло йырсылары тәҡдим иткән концерт программаһы менән театр фойеһында башланды. Ижад миҙгелен йомғаҡлау - театр коллективы өсөн йыл һөҙөмтәләренә ҡараш ташлау булып та тора. Ә уңыштар етерлек, репертуар яңы постановкалар менән байытылған, артистарға һөнәри кимәлдә танылыу яулау өсөн дә киң мөмкинлектәр асылған.
Артабан тамашасылар теартҙа 15 йыл дауамында аншлаг менән барған «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһына тамаша ҡылды. Уны театрҙың баш режиссеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов сәхнәләштергән. «Ҡоҙаса» үҙе лә сәхнәнән байрам кәйефен еткерә. Спектакль өлгөлө режиссура, халыҡсан һәм күңелгә ятышлы көй-моңдар, сағыу костюмдар, халыҡ традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре, көлкөлө минуттар һәм әлбитттә, ташашасының иң нескә ҡылдарын сирткән актерҙары менән һоҡландыра... Музыкаль комедияла коллективтың күпселек актерҙары уйнай.
Быуаттан ашыу бай тарихлы театрҙың үҙ традициялары, быуындар күсәгилешлеге һәм тоғро тамашасылары бар.
Киләһе ижад миҙгеле лә премьераларға һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Театр коллективын Ҡазанға традицион гастролдәр, Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Ҙур гастролдәр»е сиктәрендә Ҡабарҙы-Балҡар республикаһының Нальчик ҡалаһына ижади сәфәр, Саранскийҙа милли театрҙар фестивале, Венгрияла октябрҙа үтәсәк халыҡ-ара театраль олимпиада һәм яңы премьера спектаклдәре көтә.
Гүэәл Борханова