Башҡортостанда был шәмбе спиртлы эсемлектәр һатылмай

Законға ярашлы, Йәштәр көнөндә хәмер һатыу тыйыла. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, йәштәр көнө июндең аҙаҡҡы шәмбеһе үткәрелә. Быйыл ул 24 июнгә тура килә. Шул уҡ ваҡытта республикала ҡайһы бер район- ҡалаларҙа байрамды рәсми датанан иртәрәк йәки һуңыраҡ уҙғарырға ҡарар ителгән. Был осраҡта хәмер һатыуҙы тыйыу шул көндә ғәмәлдә була.