Уны туплауҙа 12 муниципаль район һәм 3 ҡала округы ҡатнашҡан. Ылау башлыса төҙөлөш материалдары һәм вездеход автомобилдәрҙән тора. Ярҙам Башҡортостан яугирҙарының заявкалары буйынса әҙерләнгән.
Ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алты район башлығы оҙатып бара. Улар яҡташтары менән осрашып, хәлдәрен белешергә теләй. Гуманитар ярҙам менән бергә Луганск халыҡ республикаһы һәм Херсон өлкәһе балаларына нәфис әҙәбиәт тә юлланды.