Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында аҙан тауышы яңғыраны. Төбәктә көтөп алынған иман йорто асылды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрселәре яҙмаһында.
Мосолмандарҙың изге байрамы -Ҡорбан ғәйете алдынан Бәхтигәрәй ауылында мәсет асылды. Был Иман йорто районда иҫәбе буйынса 65-се. Быға тиклем урындағылар йома намаҙҙарына Мерәҫ ауылы йә иһә ҡала мәсетенә йөрөй.
Мәсет берҙәм көс менән төҙөлә. Урындағы халыҡ, ситтә йәшәүсе яҡташтар матди яҡтан да, физик көс менән дә үҙ өлөшөн индерә. күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, Хәҙер Аллаһ йорто ауылға инеүселәрҙе ҡаршы алып, йәм биреп ултыра.
Яңы мәсет асылыу уңайынан сарала ҡатнашыусылар ҡорбан ашы менән һыйланды. Киләсәктә иман йортонан кеше өҙөлмәһен,йәше ҡарты бергә йыйылып, дини байрамдар, йома намаҙҙары, бәпес, никах туйҙары үткәрһен. Халыҡты яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәү урыны булып торһон.
Раушания Рәхимова