Бөйөк Ватан һуғышында Кавказ өсөн яуҙарҙың 80 йыллығына Башҡортостандың Милли музейында «Болоттар артындағы фронт» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозициялағы 200-ҙән ашыу экспонат Башҡортостандағы эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар тарафынан табылған. Бында совет һәм Германия һалдаттары хәрби кейемдәрен, яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре - хаттары, фотоһүрәттәре, ордендар, техника ҡалдыҡтары менән танышырға мөмкин.
442 көн дауам иткән Кавказдағы яуҙар тураһында тарихсыларға бик аҙ мәғлүмәт билдәле. Эҙәрмәндәр отряды йыл һайын Кавказ тауҙарында яңынан-яңы артефакттар табып, ҡасандыр хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемен тергеҙә. Күргәҙмәләге экспонаттарҙы киләсәктә биографик фильмдарҙа файҙаланыу күҙаллана, уларҙың бер өлөшө Республика Милли музейы коллекцияһына тапшырыласаҡ.