Киптерелгән бөжәктәр татлы аҙыҡҡа өҫтәлә. Етештереүселәр фекеренсә, ҡатнашма сәләмәтлек өсөн файҙалы. Шулай уҡ бында прополис, лимон, бөтнөк һәм башҡа натураль ҡатнашмалар менән бал эшләп сығарыла. Һәр өҫтәмә төрлө ауырыуҙар ваҡытында ҡулланыла. Предприятиеның 45 түмәр, 25 солоҡ һәм ябай умарта күсе бар. Быйыл эшҡыуар агротуризм йүнәлешен үҫтерергә иҫәп тота.