Йәштәр көнө менән! Бөгөн илдә Йәштәр көнө билдәләнә

Өфөлә Йәштәр көнөндә ҙур концерт уҙғарыла. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 24 июндә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһы буйында тамаша ойошторола. Концертта йәштәр төркөмдәре сығыш яһай, йәйге КВН кубогына фестиваль үткәрелә. Рәсәй Президенты указына ярашлы, Йәштәр көнө йыл һайын июндең аҙаҡҡы шәмбеһе үткәрелә башлай. Быйыл ул 24 июнгә тура килә. Башҡортостанда байрам көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.