Башҡортостан мотоуҡсылар полкын туплау тамамланды. Бөгөн штурм отряды, снайпер һәм разведка роталары күнекмә урынына оҙатылды. Махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итеүселәр Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында тантанаға йыйылды. Оҙатыу сараһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.
Совет майҙанындағы курант ун икене һуҡҡанда оҙатыу тантанаһы асылды. Штурм отряды Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерия бригадаһы разведчигы, беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг ҡыйығына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған Ғәзи Заһитов исемен йөрөтә. Разведка ротаһына Вафа Әхмәҙуллин ,снайпер ротаһына Әхәт Әхмәтйәнов исеме бирелгән. Улар бөтәһе лә махсус хәрби операцияға «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында инәсәк.
Бер төрлө йәшкелт хәрби кейемдә хәрби сафҡа баҫыусылар араһында йәштәр ҙә, олораҡтар ҙа бар. Яңы ғына атай булыу бәхетен татыусылар, ғаилә йөгөн күптән тартыусылар... Ни тиклем генә яҡындарын ҡалдырып китеү ауыр булмаһын, дошманды еңеү өсөн ир- егеттәр берҙәм булырға тейеш тигән маҡсат көслө. «Солтан» ҡушаматлы яугир бизнесын ситкә ҡуйып тороп хәрбиҙәргә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн юллана.
Яу яланына китеүселәрҙе ротаға исеме ҡушылған шәхестәрҙең яҡындары, район башлыҡтары ла оҙатырға килгән.
Киләһе аҙнала хәрби часть күнекмәләр үткән ерҙә Башҡортостан мотоуҡсылар полкына байрағы тапшырыласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева