Радий Хәбиров «Башҡортостан хроникалары» фильмы тураһында тәьҫораттары менән бүлеште

БСТ телеканалында «Башҡортостан хроникалары» шәлкеменән сираттағы документаль фильм эфирға сыҡты. Был юлы ул махсус хәрби операцияға арналды. Ике сериянан торған фильм буйынса студияла фекер алышыу ҙа ойошторолдо. Бөгөн фильм тураһында тәьҫораттары менән Башҡортостан Башлығы ла бүлеште.