Башҡортостан медицина ойошмаларының автопаркы яңыра. Бөгөн дауаханаларға 56 яңы автомобиль тапшырылды. Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.
«Лада Нива Тревел» автомобилдәре нигеҙендә заманса, яҡшы йыһазландырылған, Рәсәйҙә етештерелгән машиналар. Беҙ уларҙы федераль һәм республика аҡсаларына һатып алдыҡ. Автомобилдәр, төпкөлдә һәм юлһыҙлыҡ шарттарында ла эшләргә мөмкинлек бирә. Табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, санитарҙарҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләйем тип билдәләгән Радий Хәбиров.