Радий Хәбиров «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй хеҙмәт йәрминкәһендә ҡатнашты

Офис ултырғыстары яһаусыға миллион һумлыҡ эш хаҡы. Өфөлә бер предприятие баш технолог вазифаһы өсөн ошо тиклем хеҙмәт хаҡы менән вакансия тәҡдим итә. Эшсе креатив ҡарашлы, уйлап сығарыу һәләте менән булыуы шарт. Шул уҡ предприятиела программисҡа ике йөҙ мең хеҙмәт хаҡы түләргә әҙерҙәр. Был вакансиялар «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй хеҙмәт йәрминкәһенә сығарылған. Бындай юғары эш хаҡы алыусмылар уйлап сыҡғарған креслоларға бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров та ултырып ҡараны. Ентекләберәк Айнур Кәбиров яҙмаһында.

Был ултырғыстар затлы ултырыштар өсөн. Йәғни фирма миндек бәйләмәй. Уларҙың креслоларын сит ил клиенттары ла көтөп ала. Үҙ сиратында предприятиела хеҙмәт хаҡы ла кәм була алмай. Миллион һумға баш технолог вазифаһы ла пиар өсөн генә түгел, ә реаль һорау.

Миллион һум хеҙмәт хаҡы алып ниндәй креслолар етештерәләр. Радий Хәбиров ултырғыстарҙы шәхсән һынап ҡараны.

Республика етәксеһе офис креслолары етештереү цехтарын үҙе барып ҡарарға теләк белдерҙе. Сөнки йәштәрҙең хеҙмәт шарттары , эш урындары ла лайыҡлы булыуы мөһим. Һөнәр һайлау тормоштағы иң мөһим мәлдәрҙең береһе, тине Радий Хәбиров йәрминкәне асып.

Эшһеҙлек кәмей, ә бына кадрҙарға ҡытлыҡ арта ғына. Эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәҙер республика сиктәренән сыҡҡан. Предприятиелар эшселәр табыу өсөн дә өҫтәмә һумдар түләргә әҙер.

Тап шуға ла ҙа хеҙмәт баҙарында эш биреүселәр эҙләүселәргә ҡарағанда күберәк. Бындай күләмле вакансиялар йәрминкәһе илдә тәүге тапҡыр ойошторола. Уның төбәк этабы 14 апрель үтһә , федераль өлөшө 23 июндә баш ҡаланың «Өфө-арена» боҙ һарайында уҙҙы.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, был йәрминкә генә түгел, ә һөнәрҙәр фестивале. Унда ҡатнашыусыларға профессиональ йүнәлеш , өҫтәмә белем , эш биреүселәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алыу мөмкинлеге лә бар.

Хеҙмәт урындары эҙләүселәр башлыса эшсе һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә. Быға сәнәғәт, машиналар төҙөү, технологиялар өлкәһе предприятиелары стендтары янында йәштәрҙең күплеге лә дәлил. Тимәк креслолар нисек кенә ҡиммәт булмаһын, ултырып эшләү һөнәрҙәре моданан сыға бара.

Айнур Кәбиров