Вологдала баян, аккордеон, һәм гармунда башҡарыусыларҙың «Рәсәй кубогы» асыҡ Бөтә Рәсәй конкурсында Булат Мишәров икенсе, Арсений Кислицын өсөнсө урын яулаған. Өмөтлө баянсылар әҙерләү нескәлектәре хаҡында киләһе яҙмала.
Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенә Булат Мишәров Шаҡша ҡасабаһынан аҙнаһына бер-нисә тапҡыр уҡырға йөрөй. Әсәһе эштән бушамаған көндәрҙә йыш ҡына үҫмер дәрестәргә өләсәһе оҙатыуында килә. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда баянды өлкәндәр күтәрешһә, үҫә төшкәс, ҡара ҡумталағы инструментты шәхсән үҙе яурындарына элеп ала.
Музыка мәктәбенең концерт залында «Дербент» сюитаһының беренсе бүлеге яңғырай. Уны халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Рәсәй кубогы» асыҡ Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын яулаған Булат Мишәров башҡара.
Булаттың уңыштарына яҡындары һәм туғандары айырыуса шат. Өләсәһе ейәненә имтихандар, яуаплы конкурстар алдынан һынмаҫ ҡанаттар ҡуя, йылы һүҙҙәр әйтеп дәртләндерә.
«Моңға ғашиҡтар унан бер ҡасан да айырылмай» тиҙәр. Олатаһы уйнаған моңдарға сорналып үҫкән Булат Мишәровтың киләсәктә бөтә донъяла билдәле баянсы булырға теләү ниәте аңлашыла. Уҡытыусыһы Айнур Искәндәров та үҫмерҙең яҡты хыялын тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөн һаласаҡмын, ти.
Гүзәл Борханова