Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте

Республика мәнфәғәте өсөн эшләргә. Башҡортостанда һайлауҙарға «Берҙәм Рәсәй» партияһының республика исемлеген Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, фехтование буйынса олимпия уйындары чемпионы Аделина Зәһиҙуллина һәм махсус хәрби операция ветераны Артур Ғәлиев етәкләй. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән «Берҙәм Рәсәй» партияһының ҙур конференцияһында депутаттарҙы һайлау, уларҙың алдында торған бурыстарҙы билдәләү һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депуттарҙы һайлау 10 cентябргә билдәләнгән һәм берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлектең ҡыҙған мәле. Көн талаптарын иҫәпкә алып депутаттар алдында яңы маҡсаттар ҡуйыла. Махсус хәрби операцияны һәм әлеге иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып халыҡҡа аныҡ ярҙам күрһәтеү. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары был йүнәлештә күп яҡлы эш алып бара.

Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депуттаттар биш йылға һайлана һәм 110 депутаттан тора. «Берҙәм Рәсәй» партияһы фекерҙәштәре һөҙөмтәле проекттарҙы иҫкә алып яңы тәҡдимдәр еткерҙе. Уңышлы эшләп килгән «Башпроект» , Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшмәкәрлеге һөҙөмтәле тип баһаланды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн алтын стандар т йәғни берҙәм ярҙам сараһын индереү кәрәклеге билдәләнде.

Башҡортостанда һайлауҙарға «Берҙәм Рәсәй» партияһының республика исемлеген Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, фехтование буйынса олимпия уйындары чемпионы Аделина Зәһиҙуллина һәм махсус хәрби операция ветераны Артур Ғәлиев етәкләй.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы - илдә әйҙәүсе төп сәйәси көстөң береһе булып тора. Етенсе саҡырылышҡа партияның байтаҡ өлөшө яңыртылып эш башларға ниәтләй. Партия яңы шәхестәр менән тулыланған осраҡта ла уның идеологияһы һаҡлана - көн талаптарын иҫәпкә алып республикала йәшәүселәргә ярҙам итеү

Флорида Ким