Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы сиктәрендә ойошторолған сарала 500-ләп кеше ҡатнашты. Йәштәр эшлекле майҙансыҡтарҙа проекттар менән сығыш яһап тәжрибә уртаҡлашты. Йәштәр көнөндә үткән форум ҡунаҡтарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Тулыраҡ мәғлүәмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Йәштәр көнө Өфөлә илдең 40 төбәге вәкилдәрен тупланы. Милләт-ара татыулыҡ рухында ойошторолған форум ҡыйыу һәм амбициоз пландар, киләсәкккә өмөтлө ышаныстар менән ҡараған йәштәрҙе берләштерҙе.
Йәштәр осрашыуы республикала киләһе аҙна дүшәмбенән көтөлгән күләмле сара - Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы сиктәрендә үтте. Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре ныҡлы бәйле Белорусь республикаһы йәштәре делегацияһы 100-ҙән ашыу кешенән торҙо һәм улар Өфө менән танышып тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Йәштәр көнө менән тәбрикләне. Төбәк етәксеһе илһөйәр, ҡыйыу йәштәр йәмғиәтте алға әйҙәүсе көс булып тора тип билдәләне.
Йәшлек - гүзәллек, матурлыҡ билдәһе һәм күҙҙәре янып торған дәртле йәштәрҙе йыйған форум да әүҙемлек рухында үтте.Эшлекле проекттарҙан тыш туғандаш республика ҡунаҡтарына ял программаһы ҡаралған. Улар «ПРОФфест» Бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһендә, Республика хәрби дан музейында буласаҡ, Өфөнөң Еңеү паркындағы «Мәңгелек ут» ҡа һәм мемориалдарға сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашасаҡ тип көтөлә.
Флорида Ким