Башҡортостандан тыш, Рәсәй төбәктәренең 50 мәктәбендә, 20 балалар баҡсаһында башҡорт теле тыуған тел булараҡ уҡытыла. Улар йыл һайын Өфөлә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша. Быйыл башҡорт телен өлгөлө уҡытыу буйынса семинарҙарҙың төп өлөшө Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторолдо.