Программала билдәле композиторҙар Антон Брукнер менән Людвиг ван Бетховендың әҫәрҙәре яңғыраны. Сараны күренекле Рәсәй пианисы Андрей Коробейников һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Милли симфоник оркестры баш дирижеры Дмитрий Крюков алып барҙы.
Ижад миҙгелен тамамлау коллектив отпускыға китә тигәнде аңлатмай. Алдағы көндәрҙә бай йөкмәткеле 6 концерт һәм беренсе июлдән Йәйге фетиваль көтөлә. 31 ижад миҙгеле бик һөҙөмтәле һәм иҫтәлекле булды.