Өфөнөң һынлы сәнғәт галереяһында Эльвира Әсәҙуллинаның күргәҙмәһе ай дауамында эшләне

Өфөнөң һынлы сәнғәт галереяһында «Эльвира Әсәҙуллинаның һынлы сәнғәт, стенография, каллиграфия» күргәҙмәһе ай дауамында эшләне. Рәссам - сценографтың 1 июндә асылған шәхси экспозицияһында тамашасылар 150-нән ашыу ижади эш менән таныша алды.

Спектакль постановкаларына макеттар, декорациялар һәм костюм эскиздары, ғәрәп каллиграфияһында шамаилдар, инсталляциялар, арт-объекттар сағылышы буласаҡ рәссамдарҙы һәм ябай тамашасыларҙы сағыу төҫтәр, ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән әсир итте. Күргәҙмәне ябыу сараһында музыканттар, ижадсының коллегалары, яҡындары, дуҫтары ҡатнашты.