Өфөнөң Көньяҡ зыяратында билдәле башҡорт рәссамы Айрат Баймөхәмәтовтың исеме мәңгеләштерелде

Хәтер сараһына талант эйәһенең ғаиләһе һәм яҡындары, ижадташ дуҫтары йыйылды. Улар бынан һигеҙ йыл элек арабыҙҙан киткән рәссамдың күркәм кешелек сифаттарын хөрмәтләп иҫкә алды, ижадының бай һәм күп яҡлы булыуын билдәләне.

Айрат Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре башҡорт һынлы сәнғәтенең сағыу битен тәшкил итә. Күркәм тәбиғәт күренештәре, ябай кешеләр һәм халыҡ ижады өлгөләренә мөрәжәғәт итеү рәссамдың тыуған ере, халыҡ тарихы менән ғорурланып йәшәүен күрһәтә. Иҫән булһа бөгөн Айрат Ғәбит улына 65 йәш тулған булыр ине. Рәссамдың яҡты исеме ҡәбер өҫтөндәге мәрмәр ташта ғына түгел, уның ижадын һөйөүселәр күңелендә мәңгелеккә уйылған.