« Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» гөрләп үтте. Баймаҡ районының Урғаҙа ауылының Үҙән тип аталған төбәге 95 йыллығын билдәләне. Ҡасандыр айырым ауыл булған Үҙәндә тәпәй баҫҡан, йәшлек йылдары ошонда үткән ауылдаштар осрашты. Байрам сараһы тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Урғаҙа ауылының Үҙән тип аталған төбәгенә Һамар башҡорттары нигеҙ һалған.1928 йылда хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов һәм Оло Глушица райондарында йәшәгән милләтәштәребеҙ ,икмәкле ерҙәр эҙләп ошонда килеп урынлаша.Күсенеү билдәле дәүләт эшмәкәре,яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин исеме менән бәйле.Ауылдаштары әле лә һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар тураһындағы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.Ауылға нигеҙ һалыусылар хөрмәтенә бында аллея ултыртылды,таҡтаташ асылды.,,Сиҙәм,,музейында бай мәғлүмәттәр һаҡлана.
Сара үтәсәк Урғаҙа йылғаһы буйында 8 тирмә ҡоролдо.Һәр береһендә быуындар бәйләнеше шәжәрәләр эленгән,мул табын, оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре урын алды. Байрамға республиканың,илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ауылдаштар ҡайтты.Туғандар, ауылдаштар менән осрашыу йыр-моң,уйын, көлкө менән үрелеп барҙы.
Сарала ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр,ойоштороусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.Был байрамда иң кесеһенән алып иң олоһона тиклем ихтибарҙан ситтә ҡалманы. Туғандарҙы бергә туплаған,дуҫтарҙы осраштырған, ғаилә ҡиммәттәрен күтәргән байрам юғары кимәлдә үтте