Бәйгенең өс йүнәлешендә 13 кеше көс һынашты. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Юғары тиҙлеккә - йәшел ут. Моторҙарҙың ыжғырған тауышы, янған резина еҫе һәм асфальтта ҡалған тормоз юлдары бында ябай күренеш. Банк хеҙмәткәре булып эшләүсе Алишер Ғайсин төрлө автоуҙыштар еңеүсеһе. Джимхана бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн алғы приводлы машина һайлаған. Ул тар урында маневр яһау өсөн ҡулай.
Төнгө дежурствонан һуң автоуҙышҡа. Камил Хәмиҙуллин һөнәре буйынса хирург. Пациенттарын аяҡҡа баҫтырғандан һуң, машинаһын «дауаларға» тотона. Экстремаль спорт төрөнә апрелдә ҡушылған табип киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуя.
Джимхана спорт төрө башҡа автоуҙыштарҙан ҡатмарлы трассаһы менән айырыла. Юлды хәтерҙә ҡалдырырға һәм төрлө техникалар ҡулланып, хаталанмай беренсе килергә кәрәк.
Стартҡа сығыр алдынан ҡатнашыусылар ғына түгел, машиналар ҙа «көс йыя». Һуңғы йылдарҙа электромобилдәрҙә ярышыусылар арта. Әгәр ғәҙәттә уларҙың көсө 100 километрға тиклем етһә, ярышта электр энергияһы ике тапҡырға күберәк сарыф ителә. Ғөмүмән, бәйгелә ҡатнашыу өсөн йәл булмаған машина, водитель таныҡлығы һәм лицензия ғына кәрәк.
Өфөлә Джимхана ярыштары өсөнсө йыл рәттән үтә. Йүнәлеш автомобилдәр тиҙлегендәй киңәйә, спорт төрөн яҡын итеүселәр арта. Ярыш һөйөүселәрҙең берҙән-бер мәсьәләһе - баш ҡалала профессиональ трассалар етмәүе.
Әлфинә Килдейәрова