Рәсәй һәм Беларусь республикаһы унынсы төбәктәр форумына бәйле баш ҡалабыҙ Өфөнөң үҙәк өлөшөндәге юлдарҙа транспорт хәрәкәте сикләнде.
18 июндән 3 июлгә тиклем Зәки Вәлиди Урамы Ғафури урамы киҫлешенән башлап, Совет Урамына тиклем ябылды. 25 июндән 28-нә тиклем Генерал губернатор Перовский ,Ғафури, Пушкин һәм Пятигорская урамдарына тиклем, Гоголь урамында - Туҡай һәм Зәки Вәлиди урамдары араһында, Аксаков урамында, Пушкин һәм Зәки Вәлиди урамдары араһында транспорт хәрәкәте сикләнде. Тығындарҙа оҙаҡ тотҡарланмау өсөн водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.