Өфөлә «Табын» православ күргәҙмәһе асылды

Ул ВДНХ күргәҙмәләр үҙәгендә урынлашҡан. Күргәҙмә-йәрминкәлә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән тиҫтәләгән монастырь, сиркәү вәкилдәре ҡатнаша. Улар баш ҡала халҡы өсөн шәм, тәре, картиналар кеүек киң ассортимент тәҡдим итә. Күргәҙмә 3 июлгә тиклем эшләй. Көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм киске сәғәт алтыла руханиҙар ғибәҙәт ҡыла.

Йыш ҡына төрлө монастырҙарға барып, уларҙы картиналарҙа һүрәтләйем. Шуға күрә күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡырҙылар. Картина яҙғанда сағыу төҫтәр ҡулланырға тырышам, донъяға позитив, яҡтылыҡ өҫтәгем килә.

Светлана Чистякова