Өфөлә бөгөн Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы башлана

«Ҙур программа ҡаралған — делегаттар килә, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла, күргәҙмә һәм фестивалдәр ойошторола», — тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Ул Беларустә төшөрөлгән «Башҡорт каникулдары» тапшырыуын ҡарарға тәҡдим иткән. «Башҡорт каникулдары» программаһы 27 июндә иртәнге сәғәт 10-да БСТ телеканалында күрһәтелә.