Рәсәй-Беларусь халыҡ-ара мәктәп спорты фестивалендә ҡатнашыусылар Өфөгә килеп етте

Ҡунаҡтарҙы Өфө тимер юл вокзалында ҡаршы алдылар. Беларусь республикаһының мәктәп спорты командаһы Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Улар милли ризыҡтар, сәксәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ итте, йылы ҡаршылауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Осрашыу аҙағында Башҡортостан һәм Беларусь йыйылма командалары футбол буйынса иптәштәрсә уйын уҙғарҙы.

«Рәсәй — Беларусь» халыҡ-ара мәктәп спорты фестивалендә союздаш дәүләттән 400-гә яҡын уҡыусы ҡатнашыр тип көтөлә. Фестиваль Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында ойошторола. Мини-футбол, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон һәм йөҙөү буйынса көслөләр асыҡлана. Ярышты рәсми асыу тантанаһы бер нисә сәғәттән «Ватан» этнопаркында үтә.