Радий Хәбиров: «Тәү сиратта проблемалы урындар төҙөкләндерелергә тейеш»

Радий Хәбиров халыҡтың үҙәгенә үткән юлдарға иғтибар итергә ҡушты. Башҡортостанда оҙаҡ ваҡыт ремонтланмай һәм халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған юлдар байтаҡ. Уларҙы тәртипкә килтереү өсөн республикала махсус программа ла эшләй башланы. Уға ярашлы, быға тиклем иғтибарһыҙ ҡалған ауыл һәм район-ара юлдар төҙөкләндерелә.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов әйтеүенсә, әле республикала автомобиль трассаларының 93 проценты тикшерелгән. Һөҙөмтәлә юлдарҙа 42 меңдән ашыу деффект барлығы теркәлгән.

Радий Хәбиров тәү сиратта халыҡ күпләп мөрәжәғәт иткән урындарға иғтибар итергә һәм хәҙерҙән үк киләһе йылға төҙөкләндереләсәк юлдар исемлеген әҙерләргә ҡушты.