Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә әҙерлек бара

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына ике илдең төрлө компаниялары үҙ продукцияларын тәҡдим итәсәк. Күргәҙмә менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов таныштыра.

Зәки Вәлиди урамында Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе урынлашҡан. Унда Рәсәйҙең 13 һәм Белоруссияның 6 төбәге үҙ продукцияларын тәҡдим итергә әҙерләнә. Павильондарҙа файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, төҙөлөш өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереүселәрҙең продукцияһын, ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын, осоу аппараттарын һәм башҡа күп нәмәләрҙе күрергә мөмкин.

«Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары Күргәҙмәһе 3 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан. Унда шулай уҡ һөт һауыу ҡорамалдары, мал аҙығы ташыу һәм әҙерләү, тағылмалы техникалар тәҡдим ителә. Стәрлетамаҡтың «БашАгроМаш»предприятиеһы етештергән КС-100 Сулпан машинаһы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Күргәҙмә сиктәрендә ғәҙәти булмаған акция үтәсәк. Белоруссияның ошо өс иген йыйыу комбайндарына билдәле шәхестәрҙең исемдәре яҙылған. Улар - «Муса Мортазин», «Миңлеғәле Шайморатов» һәм «Александр Лизюков». Күргәҙмәне рәсми асыу тантанаһы иртәгә билдәләнгән.

Илдар Байбулатов