Рәсәй һәм Белараусь төбәктәре форумының биҙәге тип һис шикһеҙ «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивален атарға мөмкин. Ул Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында, Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙандан алып, Совет урамына тиклем һуҙылған. Унда күп милләтле Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең көнкүрешен, аш-һыу өлгөләре һәм халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәре менән танышырға мөмкин. Дуҫлыҡ урамынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова.
Белоруссиянан килгән оҫтаның эшен фестиваль ҡунаҡтары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Балсыҡ көршәк әүәләүсе ҡулдар артынан күҙ өлгөрмәй. Никита Мартынов ике йылдан ашыу ошо сәнғәт төрө менән шөғөлләнә.
«Дуҫлыҡ урамы» фестивалендә ике илдә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре, уларҙың көнкүреше менән танышырға мөмкин. Бүрәт республикаһы халҡы ат ҡылынан уңыш килтереүсе бетеү әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен ойошторған
Башҡорт тирмәһендә ҡорама ҡорарға, боронғо кәсеп - талҡан татыу серенә төшөнөргә мөмкин. Баймаҡ районынан килтерелгән ҡул тирмәненә 150 йылдан ашыу.
Милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙенсәлекле проекты менән таныштырҙы - ул «Дуҫлыҡ келәме», берҙәмлек символы. Уны «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән башҡорт балаҫ һуғыу оҫталары, тарихи-мәҙәни үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре баҫҡан. Келәмгә Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың орнаменттары, биҙәктәре нағышланған
Фестивалдә республикал күпләп йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуын тәмләргә, белорус аҙыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға мөмкин. Сараның төп ҡунаҡтары һаламдан төрлө әйберҙәр эшләү менән дан алған.
Күргәҙмәлә шулай уҡ Донецк халыҡ республикаһында етештерелгән тауарҙар һатылды. Ит-һөт аҙыҡтары, кондитер изделиелары фестивалдә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
27 июндә Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда 3-15 йәшлек башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика Балалар телевизион конкурсының Гала-концерты н уҙасаҡ.. Бейеү байрамы Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән 760 ашыу баланы йыясаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова