«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы барышында ауылдарҙа күсмә медицина бригадалары эшләй

Был аҙнала белгестәр Баймаҡ, Балаҡатай, Яңауыл, Туймазы, Көйөргәҙе һәм Благовар райондарында эшләй. Табиптарға алдан яҙылыу кәрәкмәй, улар сират буйынса ҡабул итә. Быйыл 1 меңдән ашыу пациентта йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, 146 кешелә яман шеш асыҡланған.