Баш ҡаланан тура Ҡаҙағстанға осорға мөмкин

11 июлдә «Red Wings» авиакомпанияһының «Сухой Суперджет 100» самолеты Астанаға оса. Рейстар «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан һәр шишәмбе киске сәғәт 6-ла башҡарыла. Юлға 1 сәғәт 50 минут китә. Шулай уҡ 11 июлдән Алматы ҡалаһына өҫтәмә рейстар асыла. Был йүнәлеш буйынса шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә осорға мөмкин.