Шишмә районында парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтары тотошлайы менән урмандарҙы юҡ итә

Төбәктең бер нисә ауылы эргәһендә ағастар япраҡһыҙ ҡалған. Ҡарышлауыҡтар иһә кокондарына төрөнгән. Тиҙҙән улар күбәләккә әйләнә. Әле ғалимдар был төр бөжәктәрҙең кинәт үрсеү сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл. Уларҙың һанын теүәл генә күҙаллауы ҡыйын.

Ошондай хәл Башҡортостанда 10 йыл һайын ҡабатланып тора. Парһыҙ ебәк күбәләген бөтөнләй юҡ итеү мөмкин түгел. Уның ҡарышлауыҡтары менән ҡоштар һәм терпелар туҡлана. Әммә бөжәктәр саманан тыш күбәйгән осраҡта, урман санитарҙары көсһөҙ булып ҡала.