Салауат Фәтхетдинов «Атайсал» проекты сиктәрендә бушлай концерт бирҙе

Хиттарын ул Саҡмағош районы Күсәкәй ауылында башҡарҙы. Тыуған ауылына уны меценат һәм «Атайсал» проекты авторҙашы Фәрит Ғиндуллин саҡырған. Концерт бушлай булғас танһыҡ моңдарҙы тыңларға, тотош райондан халыҡ йыйылған.