Өфөгә ул Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы форумында ҡатнашырға килгән. Осрашыуҙа ике яҡ араһында сауҙа, туризм һәм парламент-ара хеҙмәттәшлек юлдарын киңәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан менән Адыгей республикаһы быйыл февралдә ошо йүнәлештәрҙе нығытыу буйынса килешеү төҙөгәйне. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ошондай осрашыуҙар мөнәсәбәттәрҙе тағы ла нығытырға булышлыҡ итә.