Күп функциялы хеҙмәт миграция үҙәге хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләгән

Башҡортостан эшҡыуарҙар берлегенең ирекмәндәр штабы тәҡдиме менән 18-се тапҡыр ойошторолған гуманитар ярҙам Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһындағы коррекция интернат-мәктәбенә тәғәйенләнәсәк. Интернат тибындағы мәғариф учреждениеһына ирекмәндәр штабының ярҙам тәҡдимен күп функциялы миграция хеҙмәте коллективы хуплап сығыш яһай. Тотош коллектив менән башҡарылған гуманитар ярҙам Берҙәм логистика үҙәгенә алып барыу өсөн йөк машинаһына тейәлде.

Был йөк машинаһында Петровское коррекция интернат-мәктәбе өсөн 2 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йыйылған. 215 коробкала гигиена һәм постель кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, пластик биҙрәләр һәм һыу өсөн пластмасса һауыттар тупланған. Был ярҙамды гуманитар ылау менән 5 июлдә оҙатыу күҙаллана.