Сара Иглин районының Меңйетәр ауылы халҡы көсө менән ойошторолдо. Һәр кем шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарай алды. Ҡаймаҡ байрамын «Балҡыш» халыҡ театры менән «Аҡ тирмә» балалар фольклор коллективы биҙәне. Тамашасылар өсөн бай концерт программаһы тәҡдим ителде, төрлө уйындар үткәрҙе. Ойштороусылар билдәләүенсә, сараны йыл һайын үткәреү күҙаллана.