Өфө фән һәм технологиялар университеты эргәһендә трамвай туҡтаны

Белоруссияның электр транспрорты Зәки Вәлиди урамындағы экспозицияға ҡуйылған. Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ике илдең йөҙҙән ашыу ауыл хужалығы, коммуналь, юл техникаһы, йөк һәм йәмәғәт транспорты тәҡдим ителде.

Улар менән һәр кем таныша ала. Павильондарҙа файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, төҙөлөш өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереүселәрҙең продукцияһын, ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын, осоу аппараттарын күрергә мөмкин.

Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе 3 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан. Унда шулай уҡ һөт һауыу ҡорамалдары, мал аҙығы ташыу һәм әҙерләү, тағылмалы техникалар тәҡдим ителә. Стәрлетамаҡтың «БашАгроМаш» предприятиеһы етештергән КС-100 Сулпан машинаһы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Күргәҙмә сиктәрендә ғәҙәти булмаған акция үтә. Атап үткәндә, өс иген йыйыу комбайнына билдәле шәхестәрҙең исемдәре яҙылған. Улар - «Миңлеғәле Шайморатов», «Муса Мортазин» һәм Белоруссиянан Советтар Союзы Геройы «Александр Лизюков». Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен рәсми асыу тантанаһы иртәгә уҙасаҡ.