Изге йәнтөйәген һағынып ҡайтыусылар туғандары, яҡындары менән осрашты. Төҙөлөп ятҡан мәсетте, кәртәләнгән «Аҡмалай шишмәһен» күреп, ауылдың төҙөклөгөнә, таҙа, йыйыштырылған урамдарына һоҡланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Һағынып ҡайтҡан ҡунаҡтар өсөн һөйөнөслө күренеш. Уларҙы ауыл осонда уҡ яңыраҡ ойошторолған «Йәйғор» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле матур йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды.
Илмира Исәкәева ҡыҙы менән тәүге тапҡыр ауылдаштарына күргәҙмә тәҡдим итте. Экспозицияла кейеҙҙән баҫылған уйынсыҡтар, кейемдәр, картиналар, милли биҙәүес һәм түшелдеректәрҙе күрергә мөмкин ине.
Мәзит ауылында йәшәүсе Фәрзәнә Атнағолова республикала шәлдәрҙе биҙәкләп бәйләү оҫтаһы булараҡ билдәле Байрамда уға «Башҡортостандың халыҡ оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡунаҡсыл Мәзиттәр ситтән ҡайтҡан туғандарын төрлө һөт ризыҡтары, милли аштар менән һыйланы. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 46 яугир, Еңеү менән ҡайтҡан 26 ветеран иҫтәлегенә ҡуйылған обелиссҡа венок һалынды.
Ауыл мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре бара. Алдағы йылдарҙа тамашасы залын ремонтлау, музыка ҡоралдары һатып алыу ҡаралған. Был эштәрҙе атҡарыр өсөн Мәзиттәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылырға ниәтләй.
Көн дауамында киң яландың уртаһында матур концерт барһа, икенсе урында милли көрәш, бағанаға менеү, көршәк ватыу, балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде. Байрамды ойошторуға көс һалған ауыл халҡы, әүҙем йәштәр, күп балалы әсәләр, өлгөлө ғаиләләр, ҡул оҫталары бүләкләнде.
Тыуған ауылдарынан ситтә тормош ҡороп йәшәһәләр ҙә, тәпәй баҫҡан урындарын онотмай Мәзиттәр. "Аҡмалай шишмәһе«н кәртәләп, төҙөкләндереп ҡуйыуҙары быға асыҡ миҫал.
Былтыр «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашыуҙары ла һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Сәләмәт тормош яҡлы Мәзит халҡы бергә тупланып, бар эштәрҙә әүҙемлек күрһәтә, һалдаттарға ярҙам итеүҙе изге бурыс тип һанай.
Мәзиттәрҙең «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыуының тағы бер әһәмиәте:улар йыйылыш үткәреп, мәсет урынын билдәләй. Иман йорто ауылдың ҡап уртаһында буласаҡ, ә ле бура күтәрелеп, ҡыйығы ябылған. Был сауаплы эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Сөнки «Берҙәмлектә — көс» ти Мәзит ауылы халҡы.
Фәниә Рафиҡова