Өфөлә “Коминтерн” белорус предприятиеһының беренсе фирма магазины асылды

       Компанияла ир-егеттәр өсөн классик костюмдар тегелә. “Бик яҡшы проект. Һеҙгә эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Әйберҙәрегеҙ уңышлы һатылһын”, - тине кибетте асыу тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров. “Был Рәсәйҙә асылған беренсе магазин. Ҙур уңыш. Һеҙгә оло рәхмәт белдерәм”, - тине Беларусь делегацияһы вәкиле Иван Крупко.  “Беҙҙең илдәрҙең төбәктәре ун йыл дауамында хеҙмәттәшлек итә. Форум бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсатында ойошторола. Быйыл конгресс барышында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре араһында 150 миллиард һумға килешеүҙәр төҙөү ҡарала. Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек арта. Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм социаль өлкәлә лә бәйләнештәр нығый”, - тине сенатор Юрий Воробьев.