Өфөгә Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко килде

       “Өфө” халыҡ-ара аэропортында ил парламентының юғары палатаһы спикерын Республика башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Валентина Матвиенко Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында ҡатнаша. Федерация Советы рәйесе эшлекле йыйындың төп майҙансыҡтарында, халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, “Евразия йөрәгендә "Славян баҙары” сәнғәт фестивалендә булырға йыйына.
Иртәгә Валентина Матвиенко форумдың Пленар ултырышында ҡатнаша.