Радий Хәбиров менән Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев республика хосписында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән республика хосписында булды.

Уны асыу Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумын үткәреү көндәренә планлаштырылған. Радий Хәбиров менән Юрий Воробьев балалар блогын, аш-һыу комплексын, бассейн һәм башҡа бүлмәләрҙе ҡараны. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән, уларҙың 20-һе балаларға тәғәйенләгән. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Хоспис төҙөлөшөн ысын мәғәнәһендә халыҡсан проект тип баһаларға мөмкин. Мохтаждарға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән барлыҡ битараф булмаған кешеләр берләште, тип билдәләне Республика етәксеһе.