Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы менән бергә баш ҡалала Халыҡ-ара сәнғәт фестивале лә старт алды. Йола буйынса асыҡ һауалағы күләмле концерт конгресс-холл алдындағы «Ватан» паркы амфитеатрында үтә. Ул өс көнгә тәғәйенләнгән. Кисә, «Евразия Йөрәге»нең нең тәүге көнө Совет һәм Рәсәй кинематографы музыкаһына арналды. Сараның хедлайнерҙары Рәсәйҙең халыҡ артистары Дмитрий Харатьян менән Лариса Долина сығыш яһаны.
Бөгөн «Евразия йөрәге» сиктәрендә Славян баҙары үтә. Унда Таисия Повалий менән «Песняры» төркөмө сығышы көтөлә. Халыҡ-ара сәнғәт фестивале, шаршамбы, симфоник төн менән тамамлана.