«Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале дауам итә

Өфөнөң Зәки Вәлиди урамынан Совет урамына тиклем һуҙылған экспозиция менән ике ил төбәктәре делегациялары, «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова танышты. Фестивалдә тиҫтәнән ашыу милләт вәкилдәрең көнкүреше, аш-һыу өлгөләре һәм ҡул эштәрен күрергә мөмкин.

Дуҫлыҡ урамының иң сағыу ихаталарының береһе Брест өлкәһе әҙерләгән экспозиция. Ҡунаҡтар форумға боронғо белорус хатаһын, йорт-ҡаралтылары өлгөһөн алып килгән. Һалам эшләнгән сәнғәт өлгөләре, ҡулдан һуғылған таҫтамалдар. Ошонда уҡ милли аҙыҡ менән танышырға була.

Дуҫлыҡ урамында тиҫтәнән ашыу милләт мәҙәниәттәре менән яҡындан танышырға мөмкин. Һәр делегация үҙ халҡына ғына хас кәсеп өлгөләрен, аҙыҡтарын әҙерләгән. Марый ихатаһындағы балаҫ һуғыу станогының бер быуатлыҡ тарихы бар. Оҫта Диана Николаева өләсәһенән ҡалған ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлаған.

«Дуҫлыҡ урамы» фестивалендә ике илдең милли матбуғат баҫмалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Форум сиктәрендә, «Аҡбуҙат» журналының бер һаны белорус мәҙәниәте, сәнғәтенә бағышланған. Белорусияның балалар өсөн тәғәйенләнгән «Вяселка» журналы үҙ сиратында бер сығарылышты Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы һәм билдәле шәхестәренә арнаған.

28 июндә «Дуҫлыҡ Урамында ««XXI быуат Славяндары» ойошторола. Шулай уҡ менән Белоруссияның ижади коллективтары сығышы көтөлә.

Лилиә Мәҡсүтова