Республикала “Беларус” тракторҙарын йыйыу тураһында килешелде

Документ Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә раҫланды. Килешеү нигеҙендә Башҡортостандың агросәнәғәт ойошмаларын техника һәм уға алмаш өлөштәр менән тәьмин итеү ҡарала. Йыл аҙағына тиклем “Беларус” тракторҙарын йыйыу өсөн 30 берәмек машина комплекттарын оҙатыу планлаштырылған. “Беларус” мини тракторҙары 16 ат көсөнә эйә. Уларға бигерәк тә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ихтыяж ҙур. Тракторҙарҙы йыйыу цехын Дүртөйлөлә асыу  күҙаллана. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында был  техниканы һатып алыуға киткән сығымдарҙы субсидия иҫәбенә кире ҡайтарау мөмкинлеге лә өйрәнелә.