Бөгөн Рәсәй һәм Беларуссия төбәктәренең 10-сы форумы барышында Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь республикаһының Милли йыйылыш етәксеһе Наталья Кочанова, Союздаш дәүләт секретары Дмитрий Мезенцев, республика башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар Зәки Вәлиди урамында халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе һәм “Дуҫлыҡ урамы” этник мәҙәниәттәр фестивале менән танышты. Валентина Матвиенко һәм Наталья Кочанова ҡатнашлығында бер-нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Хөкүмәте менән Белоруссияның Минск, Витебск һәм Гродно өлкәләре Башҡарма комитеттары, “Амкодор” ойошмаһы араһында, шулай уҡ Беларуссия менән Бүрәт һәм Тыва Республикалары араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙәр төҙөлдө.