Владимир Путин мосолмандарҙы Ҡорбан-байрам менән ҡотланы

Рәсәй Президенты халыҡҡа сәләмәтлек һәм уңыштар теләне. Был байрам тәрәк рухи һәм әхлаҡи әһәмиәткә эйә. Рәсәйҙә мосолмандар өммәте милләт һәм дин-ара дуҫлыҡты нығытыу, ғаилә ҡиммәтәрен һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Бөгөн мосолман яугирҙәр ата-бабаларының тарихи, рухи, илһөйәрлек йолаларына тоғро ҡалып махсус хәрби операцияла иптәштәре менән иңгә-иң терәшеп Рәсәйҙе яҡлай, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм саялыҡ өлгөһөн күрһәтә”, - тип билдәләнә Владимир Путин ҡотлауында.