«Ошондай изге көндә беҙ туғандар һәм дуҫтар менән йыйылабыҙ. Ярҙам һәм хәстәрлеккә мохтаждарға терәк булабыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙгә ҡунаҡҡа барабыҙ, ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, йәштәрҙе рухи ҡиммәттәргә өйрәтәбеҙ. Бөгөн беҙҙең бөтә уйҙарыбыҙ - Ватан яҙмышына бәйле.
Бөтә мосолман өммәте Украинала фашизм менән көрәшкән Рәсәй яугирҙары өсөн Аллаһы Тәғәләгә доғалар ҡыла. Дин әһелдәре бөгөн беҙҙең егеттәр менән алғы һыҙыҡта, уларға рухи ярҙам күрһәтә. Мосолмандар һәм башҡа дин вәкилдәре махсус операцияла ҡатнашҡандар, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам итә.
Бөгөнгө изге байрам беҙҙең яугирҙарға ауыр хәрби хеҙмәттәрендә еңеү яулау өсөн көс бирһен. Тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтһындар. Ә беҙҙе Ҡорбан байрамы татыу ижади хеҙмәткә, изге эштәргә йүнәлтһен. Барығыҙға ла рух ныҡлығы, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!» - тиелә, Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотлауында.