Баш ҡалаға «Хәтер поезы» килде

Тимер состав Рәсәй һәм Беларусь ҡалалары буйлап сәйәхәт итеп кенә ҡалмай, унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән таныша. Баш ҡалала малай-ҡыҙҙар Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь республикаһының Милли йыйылышы советы рәйесе Наталья Кочанова менән осрашты. Бынан тыш, «Еңеү тылда һуғылған» экскурсия маршруты менән танышты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова

«Хәтер поезы» маршруты Өфө аша тәүге тапҡыр үтә. Баш ҡала Рәсәй-Беларусь хәрби-патриотик проектының алтынсы ҡалаһы. Ике илдең йәштәрен берләштереүгә, ата-бабаларҙың батырлығына ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүгә, күрше илдең мәҙәниәте менән танышыуға йүнәлтелгән сарала быйыл тәүге тапҡыр Әрмәнстән менән Ҡырғыҙстан республикалары вәкилдәре лә ҡушылды.

Проектта ҡатнашыусылар Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь республикаһының Милли йыйылышы советы рәйесе Наталья Кочанова менән осрашты. Әйткәндәй, тап улар «Хәтер поезы» проекты авторҙары. Тимер юлы составы 1941 йылдың 22 июнендә фашист илбаҫарҙарының тәүге дошман һөжүмен үҙ өҫтөнә алған Брест ҡәлғәһенән ҡуҙғалған. Уҡыусылар Рәсәй һәм Беларусь ҡалалары буйлап 5 мең километрға тиклем юл үткән. Ғәҙәти булмаған поезд пассажирҙары - төрлө конкурс-олимпиадалар ҙа еңеүсе 200 уҡыусы. Улар араһында яҡташыбыҙ ҙа бар. Осрашыуҙа Әлимгәрәй Ибраһимов ҡунаҡтарҙы һәм тиҫтерҙәрен туған телдә сәләмләне.

Әлимгәрәй бар ерҙә лә республика флагы менән йөрөп, алыҫ тарафтарҙа Рәсәй картаһының «бер япраҡ саҡлы ғына» Башҡортостан тураһында һөйләүен белдерҙе.

Бай йөкмәткеле осрашыуҙа уҡыусылар ҡыҙыҡһынған һорауҙарына яуаптар алды. «Хәтер поезы»ның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Малай-ҡыҙҙар был сараның өлөшө булырға теләүселәр күплеген иҫәпкә алып, проектты йышыраҡ үткәрергә һәм ҡатнашыусылар һанын арттырырға һораны.

Поезд пассажирҙары совет һалдаттарының, партизандарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең хәрби батырлыҡтары менән бәйле урындар менән таныша, тантаналы линейкалар үткәрә, ветерандар, эҙәрмән отрядтары вәкилдәре менән әңгәмәләр алып бара. Алдынғы ҡарашлы йәштәргә үҙ теләктәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та еткерҙе.

Осрашыу Совет майҙанында дауам итте. Бында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарҙы иҫкә алынды, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалынды.

Әлфинә Килдейәрова