Өфөлә «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсы гала-концерты үтте

Рәсәй - Беларусь төбәктәренең Х форумы майҙансыҡтарының береһен «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсы гала-концерты шаулатты. Республика төбәктәренән генә түгел, Татарстан, Чечен, Төньяҡ Осетия-Алания республикаларынан һәм Түбәнге Новгород ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙың сағыу сығыштарын тамашасы дәррәү алҡыштарға күмде. Бейеү байрамы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Фәниә Рафиҡова яҙмаһында.

Бәләкәй булһалар ҙа, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тота улар. Өс йәштән ун бишкәсә ҡыҙҙар- малайҙарҙың сығышы бер - береһен ҡабатламай. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусыларҙың үҙенә генә хас бейеү-көйҙәре, хәрәкәттәре, сағыу костюмдары. Башҡорт бейеүенең бәҫен күтәргән «Байыҡ» быйыл да яңы исемдәр асты.

Ысынлап та, «Байыҡ»та ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Гала-концертта барлығы 800-гә яҡын бала ҡатнашты. Шуларҙың өс йөҙө Рәсәйҙең 8 төбәгенән. Тамаша балаларға төрлө бейеү ансамблдәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, танышыу мөмкинлеген бирә.

Башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтен өйрәнеү, бейеүҙәрен ҡарау мөмкинлеге булдырылды. Башҡортостанда тәүге тапҡырбыҙ. 41 кеше килдек, беҙҙең өсөн махсус экскурсия үткәрелде, бик күп тарихи мәғлүмәттәр белдек. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.

Усман Магомадов, «Байыҡ» фестивале ҡунағы,Чечен Республикаһы

«Байыҡ» бейеүселәрҙең генә түгел, бейеү ҡуйыусыларҙың да һәләтен камиллаштыра. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, хореографтар бейеү өсөн махсус көй яҙҙырып, уны аранжировкалар менән байытып, музыканттар менән эшләргә тырыша.

Бейеү бәйгеһендә быйыл Ғафури, Әбйәлил, Салауат, Саҡмағош, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре әүҙемлек күрһәтә. Конкурсҡа 50-гә яҡын яңы бейеү тәҡдим ителә.

Уҡытыусы һәм остаз йылында үткән гала-концертта йәш бейеүселәр ҙә тыш етәкселәре лә сығыш яһаны. Аталы-ҡыҙлы Рәил һәм Лиана Лоҡмановтар “Торатау” балалар өлгөлө халыҡ бейеүҙәре менән тулы ансамблдәр номинацияһында Гран-При яуланы.

Конкурс сиктәрендә онотолған бейеүҙәр тергеҙелә, тарихтары өйрәнелә, яңы сәхнә әҫәрҙәре тыуа. «Байыҡ» телевизион бәйгеһе быйыл да башҡорт бейеүен һаҡлау, уның сәнғәтен, кимәлен үҫтереү кеүек юғары маҡсаттарға иреште.

Фәниә Рафиҡова